Улар араһында балалар клубтары, сәнғәт мәктәптәре, музей, китапхана, театр бар. Был турала премьер-министр Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа сығышында белдерҙе. Быйыл 18 мәҙәниәт учреждениеһына капиталь ремонт яһала.
Республикала “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы уңышлы эшләй. Уның барышында бәләкәй ҡала һәм ауылдарҙа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Уҙған йылда 30 белгес 500 мең һум күләмендә ярҙам алған. Быйылдан был сумма 1 миллион һумға еткерелде.







