Ҡайһы бер райондарҙа яҙғы ташҡын сәбәпле юл ябылған, йорттарға һыу үтеп ингән. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Кирилл Первов белдереүенсә, яҙғы ташҡынға бәйле хәл етди контролгә алынған.
Ҡотҡарыусылар халыҡты иғтибарлы булырға, яр буйҙарына яҡын бармаҫҡа кәңәш итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә 112 телефонына шылтыратырға кәрәк.







