Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы сығышында төп йүнәлештәрҙе атаны. “Туризм тармағы беҙҙең өсөн мөһим үҫеш юлдарының береһе. Бөгөн беҙ республиканы илгә һәм бөтә донъяға асабыҙ”, - тине Радий Хәбиров.
“Башҡортостанға килгән туристар һаны йылдан-йыл арта. Уларҙың ялын матур һәм иҫтәлекле итеп ойоштороу өсөн мөмкинлектәр ҙә киңәйә”, - ти Рәсәй туризм индустрияһы берлегенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Кинйә Күскилдин.







