Конкурс «Уҡытыусы һәм остаз” йылына арналды. “Сараның төп маҡсаты - йәш быуында патриотик рух тәрбиәләү һәм уларҙы фәнни эшмәкәрлеккә йәлеп итеү», ти Башҡортостан милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов.
Конкурста 84 ғилми эш дүрт йүнәлештә баһаланды. «Минең шәжәрәм” Асыҡ республика конкурсында Гран-приға Өфө иҡдисад һәм сауҙа колледжы студенты Зәлиә Нафиҡова лайыҡ булды. Ул Юрматы ырыуының Ҡотошовтар шәжәрәһен төҙөгән.




