Электрон сауҙа майҙансығында тауарҙар Made in Bashkortostan тигән тамға менән һатыла. Башҡортостандың Ҡытайҙағы сауҙа вәкиле Флүр Әсәҙуллин һөйләшеүҙәр алып барҙы. Маркетплейста тауарын һатырға теләгән эшҡыуарҙар мөрәжәғәт итә ала, тип белдерәләр Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан. Былтыр Башҡортостан һәм Ҡытай араһында тауар әйләнеше 25 процентҡа артҡан.




