Өфөлә Рафиҡ Сәлмәнов иҫтәлегенә арналған йыйынтыҡтың исем туйы үтте

Өфөлә композитор, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рафиҡ Сәлмәнов иҫтәлегенә арналған йыйынтыҡтың исем туйы үтте. Кисәлә шәхестең яҡындары, хеҙмәттәштәре һәм уның ижадын яҡын күреүселәр йыйылды.

Рафиҡ Сәлмәнов башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Уның патриотик һәм лирик йырҙары, балалар өсөн музыкаль әҫәрҙәре киң билдәле. Композиторҙың күп яҡлы ижады республика мәҙәни мираҫында айырым урын алып тора.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ