Санкт-Петербургта «Динамо-Нева» һәм «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командалары араһындағы финал этаптың дүртенсе осрашыуы уҙа. Әле серияла иҫәп Өфө клубы файҙаһына 2-гә 1. Һуңғы уйында яҡташтарыбыҙ 3-2 иҫәбе менән еңеү яуланы. Бөгөн уңышҡа өлгәшкән осраҡта «Ағиҙел» клубы ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогына эйә була.



