Быйыл республикала төбәк һәм муниципаль тәғәйенләнештәге 382 саҡрым оҙонлоҡта автомобиль юлдарын ремонтлау планлаштырылған. Шулай уҡ 26 күперҙе реконструкциялау ҡарала. Был турала Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы коллегияһы ултырышында билдәләнде.
Рәсәй юл селтәренә ҡараған участкалар айырыуса иғтибар үҙәгендә. Былтыр дөйөм алғанда 171 саҡрымлыҡ участка төҙөкләндерелгән. Юлдарҙы норматив хәлгә килтереү буйынса эштәр раҫланған биш йыллыҡ планға ярашлы бара. Быйыл күрһәткесте 67 процентҡа еткереү бурысы ҡуйылған.
Республикала йәмәғәт транспортын яңыртыу эше лә дауам итәсәк. Төбәккә тағы ла 80 автобус килә. Авиация тармағында ла пассажирҙар ағымы артыуы күҙәтелә. Үзбәкстан һәм Белоруссияға юл асылды. Шулай уҡ тиҙҙән Иран, Ҡытай һәм Израилгә тура рейстар буласаҡ.






