Өфөлә хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу өсөн тағы ла бер өҫтәмә мобиль пункт асылды

Хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу өсөн тағы ла бер өҫтәмә мобиль пункт Өфөнөң Калинин районында асылды. Был турала социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Михаил Замурагин хәбәр иткән. Мобиль пунктта Рәсәй Ҡораллы Көстәренә хеҙмәткә барыу тәртибе, кәрәкле документтар, аҡсалата түләүҙәр, социаль гарантиялар һәм льготалар тураһында тейешле мәғлүмәт алырға мөмкин.

Ошондай уҡ пункттарҙы баш ҡаланың үҙәк баҙары эргәһендә һәм «Ультра» сауҙа үҙәгендә лә табырға мөмкин. Тейешле мәғлүмәтте шулай уҡ 117 йәиһә 122 телефондары аша ла алып була. Шул уҡ ваҡытта республикала йәшәүселәр махсус хәрби операция зонаһы яугирҙарына ярҙам ебәреүен дауам итә. Хәрбиҙәр кисә генә сираттағы гуманитар ылауҙы алған.

Николай Кузнецов, Өфөнөң Калинин һәм Орджоникидзе райондары буйынса хәрби комиссары урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ