Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында мәғариф ветераны Дамир Мырҙағәлин иҫтәлегенә шашка ярышы үтте

Дамир Ғилметдин улы ярты быуатҡа яҡын ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ булған шәхес.

Мерәҫ ауылы балалары яҙғы каникул осорон файҙалы итеп уҙғара. Шашка ярышында үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр бихисап йыйыла. Саранан ололар ҙа ситтә ҡалмай. Ҡатнашыусылар йәштәренә ҡарап өс төркөмгә бүленә. Иң өлкән уйынсыға 74 йәш булһа, ә иң кесеһенә- 5 йәш.

Спорт ярышының район мәғарифын үҫтереүгә ҙур көс һалған Дамир Мырҙағәлиндың яҡты иҫтәлегенә арналыуы бушҡа түгел. Тап ул 20 йыл мәктәп директоры вазифаһын биләгән дәүерҙә Бәхтигәрәй һәм Мерәҫ ауылдарында белем усағы төҙөтә. Тормош иптәше Ғәлиә Әхмәтхан ҡыҙы менән 5 бала тәрбиәләп, һәр береһенә юғары белем алыуға булышлыҡ итәләр,уларҙың өсәүһе ата‐әсәһенең юлын һайлай.

Сара барышында уҡытыусы-ветеран хаҡында ауылдаштары яҡты хәтирәләр менән уртаҡлашты. Улар араһында Дамир Мырҙағәлиндың уҡыусылары, педагогтары юлын дауам итеүселәр ҙә бар.

Спорт ярышының бағыусылары булып Мырҙағәлиндарҙың балалары торҙо. Хөрмәтле ауылдаштары иҫтәлегенә шашка буйынса турнир үткәреүҙе йыл һайын уҙғарырға, тигән ниәт менән таралышты сарала ҡатнашыусылар.

Раушания Рәхимова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ