Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Күркәм дата уңайынан учреждение педагогтарына наградалар, рәхмәт хаттары тапшырылды, студенттар өсөн байрам ойошторолдо. Дөйөм алғанда, ярты быуатлыҡ тарихы булған уҡыу йортон 25 меңдән ашыу студент тамамлаған.

Бөгөнгө көндә колледжда 8 йүнәлеш буйынса белем алыу ойошторолған. Йәштәр араһында ҡунаҡхана сервисы, ашнаҡсы, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре һәм туризм тармағы белгестәре кеүек һөнәрҙәр ҙур һорау менән файҙалана. Колледж 1972 йылда совет сауҙа техникумы булараҡ асылған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ