Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында «Минең шәжәрәм» 6-сы асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған сара хаҡында тулыраҡ БЮ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Свердловск өлкәһе Түбәнге Һырға районы үҫмерҙәре Азалия, Раян, Риана етәкселәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмүзә Нәбиуллина менән берлектә «Әхмәтова Шәмғиә Нурғәли ҡыҙы ырыуында уҡытыусылар династияһы» тигән фәнни эш яҙған.

Эҙләнеүҙәрге ярты йылдан ашыу ваҡыт бүленгән.Үҫмерҙәр нәҫел шәжәрәһен ун быуынға тиклем өйрәнгән. Туған-тумасалары араһында хәрбиҙәр, дворяндар барлығын асыҡлағандар. Нәҫел ағасы Күсемдән башланған, Мөхәмәтҡолой тигән олатайҙары Силөбе өлкәһенең Ҡолой ауылына нигеҙ һалған. Өфө-Шигири ауылы үҫмерҙәре»Беҙҙең крайҙың хеҙмәт династиялары» номинацияһы еңеүселәре

Шәжәрә - милләттең паспорты, ата-бабаларыбыҙҙың киләһе быуындарға еткерер аманаты. Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы, милли архив таарафынан «Минең шәжәрәм» республика конкурсы 2017 йылдан башлап үткәрелә. Архив документтарына таянып эшләү нәҫел шәжәрәһен өйрәнеүселәргә төп талаптарҙың береһе.

Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының 1-се курс студенты Зәлиә Нафиҡова республика конкурсына «Юрматы ырыуының Ҡотошовтар шәжәрәһе» тигән фәнни эҙләнеүҙәрен тәҡдим итте. Етәксеһе тарих фәндәре кандидаты Вәлиә Ҡотошова менән бергәләп Башҡортостанға атаҡлы ғалимдар, тарихсылар, медицина фәне өлкәһендә эшләгән табиптарҙы, уҡытыусыларҙы биргән нәҫел шәжәрәһен ентекле өйрәнгән.

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гиназияһының 9-сы класс уҡыусыһы Аҡназар Сибәғәтов «Мин тыуған яҡ шәхестәре солғанышында « тигән фәнни эҙләнеүҙәрен презентацияланы. Үҫмер Аҡкүбәковтар, Сыңғыҙовтар фамилияһының нәҫел шәжәрәһен барлағанда туған-тумасалары араһында 35 уҡытыусы булыуын асыҡлаған.

Шәжәрә - башҡорттарҙың ырыуҙар яҙмаһы. Ырыу ағасына ир заты яҡлап нәҫел башлыҡтарының исемдәре яҙылған, тормоштағы тарихи ваҡиғалар, мөһим факттар теркәлгән. Иң боронғо шәжәрәләр болғар осорона ҡарай, йәғни ҡайһы берҙәренә мең йылдан ашыу. «Минең шәжәрәм» 6-сы асыҡ республика конкурсы еңеүселәре нәҫел ептәрен эҙләнеүҙәрен артабан дауам итәсәкбеҙ, тағы ла күберәк быуындарҙы асыҡлаясаҡбыҙ тигән маҡсат ҡуйҙы.

Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған «Минең шәжәрәм» 6-сы республика конкурсына быйыл конкурсанттарҙан 84 эш тәҡдим ителгән. Юрматы ырыуының Ҡотошовтар шәжәрәеһен өйрәнеүсе Зәлиә Нфаиҡова иң юғары баһа гран-при яуланы.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ