Байрамға мөмкинлектәре сикләнгән 100-ҙән ашыу бала саҡырылды. Улар өсөн театрлаштырылған тамаша ҡуйылды, төрлө конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Майҙанға йыйылған малай-ҡыҙҙарҙың күңелле ялына БЮТ ижади төркөмө лә шаһит булды.
Өфө районы Алексеевка ауылы мәҙәниәт йортонда кескәй принцессалар һәм джентельмендарҙы ҡурай моңдары менән ҡаршы алдылар. Балға йыйылыусылар башҡорт халыҡ көйҙәренә бейеп кенә ҡалманы, милли музыка ҡоралын әҙерләү оҫталығына ла өйрәнде. Тирмә янында стилләштереп яһалған биҙәүестәр күргәҙмәһе лә үтте.
Ҡыҙҙар ҡупшы күлдәктә булһа, малайҙар костюм һәм галстукта. Фойела байрамса кәйеф хакимлыҡ итте. Һәр кем бейеү һәләтен күрһәтергә ашыҡты.
Майҙанда изгелек бөҙраханаһы эшләне. Ҡыҙҙар һәм уларҙың әсәләре бушлай прическа яһата алды. Матурлыҡ салонынан һуң һәр кем декоратив-ҡулланма сәнғәт, робототехника буйынса оҫталыҡ дәрестәренә ашыҡты. Шашка, шахмат турнирҙарында ҡатнашты.
Байрамда ҡатнашыусылар Михайловка ауылынан «Митвин» балалар өлгөлө театрының «Анчутка» спектакле премьераһына шаһит булды. Талантлы йәш артистар ҡыҫҡа сәхнәләштереү аша тамашасыларҙы изге эштәргә әйҙәп, мөғжизә барлығына ышандырҙы.
Гөлназ Хәйбуллина



