Әле республикала 13 йөк һәм ҙурлыҡты үлсәүсе ҡоролмалар урынлаштырылған. Өс яңы комплекс көньяҡ райондарға ҡуйыласаҡ. Был ҡоролмалар юл япмаһын һаҡлау, юл -транспорт ваҡиғаларын кәметеү мөмкинлеге бирә. Артыҡ тейәлгән йөк өсөн штрафтар ҙа тап юлдарҙы төҙөкләндереүгә тотонола.
Элекке кеүек туҡтап һәр күсәрҙе айырым үлсәп тороу кәрәкмәй. Сәғәтенә йөҙ илле саҡырым тиҙлек менән үтеп китһәң дә үлсәүҙәр күпме йөк тейәлгәнен билдәләй ала. Ҡыя һыҙаттар иһә тәгәрмәстәр һанын билдәләп бер күсәргә күпме ауырлыҡ тура килгәнен хәбәр итә. Һуңынан инде камералар үҙ эшен башлай. Автомобилдең номерҙарын билдәләп үҙәккә хәбәр итә.
Автоматлаштырылған комплекстар тәүлек әйләнәһенә һаҡта, әммә уларҙы ла алдаусы волдителдәр бар. Йөктө күрәләтә артыҡ тейәгәндәр дәүләт номерҙарын йәшереп үтә. Инспекторҙар был күренеште сикләй, әммә даими күҙәтеү мөмкин түгел. Етешһеҙлекте тулыһынса иҫкәртеү маҡсатында ҡануниәтте камиллаштырыу талап ителә, ти белгестәр.
Йөк үлсәү ҡоролмалары йылдың тәүге ике айында ғына 135 миллион һумлыҡ ҡағиҙә боҙоу осрағын асыҡлаған. Әммә комплекстарҙың төп маҡсаты штраф һалыу түгел, ә автомобиль юлдарын һаҡлау, хәүефһеҙлек тәьмин итеү. Сөнки тап артығын тейәгән автомобилдәр асфальттың тиҙ арала тауышалыуына килтерә.
Әле республикала 13 автоматлаштырылған йөк үлсәү комплексы эшләй. Улар башлыса ағас, таш, ҡом сығарылған ерҙәргә, йөк транспорты йыш йөрөгән трассаларға урынлаштырылған. Тиҙҙән улар һаны егермегә етәсәк. Комплекстарҙы Благовещен, Ишембай, Нуриман, Өфө һәм көньяҡ райондарҙа урынлаштырыу күҙаллана.
А.Кәбиров






