"Атайсал” – илһөйәрҙәр проекты

Бөгөн Мәләүез ҡалаһында “Кесе Ватан – Атайсал” муниципаль форумы үтә. Унда Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка һәм башҡа район вәкилдәре ҡатнаша. “Республикала биләмәләр һәм шишмәләр тәртипкә килтерелде, социаль объекттар төҙөкләндерелде, мәсеттәр һәм ғибәҙәтханалар төҙөлдө”, - ти Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.

"Атайсал” – илһөйәрҙәр проекты

Башҡортостан халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә лә ярҙам күрһәтә. Ауыл һәм ҡалаларҙа йәшәүселәр йылы кейемдәр тегә, аш-һыу әҙерләй, маскировка селтәрҙәре үрә. Алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн техника һатып алыусылар ҙа бар. “Һәр кем еңеүгә үҙ өлөшөн индерә”, - ти Урал Килсенбаев.

"Атайсал” – илһөйәрҙәр проекты

Киләһе сара 14 апрелдә Баймаҡ ҡалаһында көньяҡ-көнсығыш райондары өсөн ойошторола.

Фото №1 - "Атайсал” – илһөйәрҙәр проекты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ