Президент Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Ҡораллы көстәргә саҡырыу 1 апрелдән башлана һәм 15 июлгә тиклем дауам итә. Указға ярашлы, армияға 18-27 йәшлек егеттәр алына. Яҙғы саҡырылышта 147 меңдән ашыу кеше һалдат кейемен кейәсәк. Егеттәр элеккесә 1 йыл хеҙмәт итә. Улар махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәй.







