Башҡортостан Башлығы был турала Краснодар крайында урынлашҡан мәғариф үҙәге менән танышҡандан һуң белдерҙе. Былтыр республиканан «Сириуста» 68 бала белемен камиллаштырған. Уларҙың иҫәбен арттырыу өсөн беҙҙең бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, тине төбәк етәксеһе. Сөнки Башҡортостанда «Сириус» моделенә оҡшатып «Аврора» һәләтле балаларға ярҙам үҙәге төҙөлдө. Йылына ғына был программаны 600 үҫмер үҙләштерә. Ике үҙәк араһында хеҙмәттәшлек булдырыу файҙаға ғына, тине Радий Хәбиров.
Ай һайын 800 бала. Йәш айырмаһы ла байтаҡ. «Сириус» мәғариф үҙәгенә өс йәштән алып 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр килә. Иң мөһиме уларҙың һәр береһе үҙенә оҡшаған йүнәлеш, уҡыу программаһы ала.
Ошо рәүешле былтыр ғына Башҡортостандан етмешкә яҡын үҫмер «Сириус» мәғариф үҙәгендә белемен камиллаштырған. Уҡытыу программаһы егерме дүрт көнгә иҫәпләнгән. Бында балалар һәр яҡлап та һәләтен үҫтерә ала.
Радий Хәбиров «Сириус» мәғариф үҙәгендә белемен камиллаштырыусы балалар һанын тағы ла арттырырға өндәне. Бының өсөн алдынғы ҡарашлы, һәләтле егет-ҡыҙҙарҙы асыҡларға ярҙам итеүсе тағы ла бер үҙәк асылыуы ихтимал, тине республика башлығы.
Айнур Кәбиров






