Өфөлә хоҡуҡ һағындағы һәм махсус хеҙмәттә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар тәбрикләнде

«Ҡалҡан һәм рауза» төбәк йәмәғәт премияһы Башҡортостанда икенсе таҡыр ойошторолдо. Наградаға хоҡуҡ һағында эшләгән, хаҡлы ялда ла фиҙаҡәр эшмәкәрлеге менән айырылған, әүҙем гражданлыҡ ҡарашын күрһәткән гүзәл заттар лайыҡлы.

Филиә Вәлиуллина 25 йыл ғүмерен балиғ булмағандар эшенә арнаған. Оставкалағы полиция майоры ете йыл элек хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе тәрбиәләү өҫтөндә эш алып бара. Иғтибарҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеүҙә юғары ойошҡанлыҡ күрһәткән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ