Республика генетиктары коронавирус эҙемтәләре менән көрәшергә ярҙам итә

Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Бөйөк Петр исемендәге Санкт-Петербург политехник университеты белгестәре ковид менән сирләгәндә неврология проблемаларына бәйле гендарҙы тапҡан. Яңы мәғлүмәттәр коронавирус менән сирләгәндәр араһында ошондай ҡатмарлыҡтарҙы асыҡлау өсөн клиник тестарҙы эшләү мөмкинлеген бирәсәк.

Ғалимдар коронавсируты еңел йәки урта формала кисергән, неврология билдәләренә юлыҡҡан 18-25 йәшлек 336 ирекмәнде тикшергән. Сирләгәндә һәм унан һуң бер йыл эсендә баш ауыртыуы, хәтер менән бәйле проблемалар, еҫте юғалтыу, тәм тоймау, депрессия күҙәтелгән. Һөҙөмтәлә ҡатмарлыҡтарҙың килеп сығыуын күрһәткән дүрт ген табылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ