«Сылтыр шишмә», «Сәләмәт ауыл» «Һаҡмарҙы һәр йортҡа». Ошондай проекттар Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителеп, бер нисә йыл рәттән урында уңышлы тормошҡа ашырыла. Киңәйтелгән ултырышта сараларға йомғаҡ яһалды. 2023 йылға мөһим бурыстар билдәләнде.
Ултырышта башҡорт халҡының телен, йолаларын, ғөрөф- ғәҙәттәрен һаҡлауға ҙур өлөш индергән, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән, сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалаған активтар тәбрикләнде. Рәмил Хәсәнов һәм Ҡунаҡбай Уйылданов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Алда нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.
Районда башҡорт телендәге баҫмаларҙы пропагандалау, балаларҙа китап - журналдарға ҡарата һөйөү тыуҙырыу йүнәлешендә лә эштәр уңышлы бара. Ошо йәһәттән мәктәп уҡыусылары араһында башҡорт телендә иң күп китап уҡыусылар билдәләнде.
Ауылдар йәшәйешен, төҙөклөгөн, айыҡлыҡ, сәләмәтлекте пропагандалаған ҡоролтай эшмәкәрлеге йыйылышта халыҡ тарафынан ҡәнәғәтләнерлек тип табылды.
Альбина Байегетова






