Прокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә, ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн һыу үтеп инмәҫлек махсус майҙансыҡтар булырға тейеш. Законды боҙоусыларға штраф ҡаралған. Граждандарға 4 мең ярым һумға тиклем, ойошмаларға 400 мең һумғаса түләү яҙылыуы мөмкин. Ҡалдыҡтар арҡаһында үҫемлек һәм хайуандар донъяһына, урман, ауыл хужалыҡтарына, кешеләр сәләмәтлегенә зыян килһә, енәйәт яуаплылығы ҡаралған.







