Алғы һыҙыҡтағыларға ау-селтәр. Өфөнөң «Маскировка «Щит» ирекмәндәр ойошмаһы махсус хәрби операцияға 200-гә яҡын сетка үргән.
Ау-селтәр алғы һыҙыҡта иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе, ул яугирҙарҙы квадрокоптерҙарҙан ышыҡлай, гранаталарҙан һаҡлай. Әммә селтәрҙе үреү өсөн ваҡыт талап ителә. Ирекмәндәр тәүҙә үҙҙәре аҡса йыйып махсус материал һатып ала, шунан тауарҙы таҫма итеп ҡырҡып сеткаға бәйләй.
Әлеге көндә бөтәһе ике тиҫтәнән ашыу цехта ошо эш менән шөғөлләнәләр. Әммә ихтыяж тағы ла күберәк, шуға күрә өҫтәмә кеше талап ителә. Ирекмәндәр ау-селтәр бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрергә, тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер.






