Башҡортостан ҡотҡарыусылары ташҡын менән бәйле хәлде һауанан күҙәтә

Республиканың һыу баҫыу хәүефе янаған төбәктәре буйынса вертолетта рейд ойошторолдо. Шулай уҡ күҙәтеү пилотһыҙ аппараттар менән алып барыла. Авиарейдта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйсе Фәрит Ғүмәров ҡатнашты. Һөҙөмтәләр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

«Ҡарсыға» тип аталған Ка-32 вертолеты һауаға күтәрелә, экипаж был юлы мең километрҙан ашыу юл үтергә ниәтләй. Маршрутта-һыу баҫыу хәүефе янаған төбәктәр. Өфө-Архангел-Белорет-Борай, Күгәрсен, Мәләүез һәм Стәрлебаш райондары. Өҫтән бар тирә-йүн ус төбөндәге һымаҡ күренә. Пилоттар әйтеүенсә, юл оҙон булһа ла ҡурҡыныс юҡ, вертолет тәүлектең һәр ваҡытында, хатта ҡараңғы төшкәс тә оса ала.

Ҡотҡарыусылар алдында йылғаларҙың торошон ҡарау, ташҡын ҡурҡынысы янаймы, юҡмы икәнен асыҡлау тора. Йомағужа һыуһаҡлағысында боҙ әле ҡуҙғалмаған, ә Нөгөштә инде шәре сыҡҡан. Дим йылғаһы күтәрелгән, әммә ярҙарынан сыҡмаған. Күгәрсен йылғаһының Үрге Мөрсәләй ауылы күпере аҫтында ағастарҙан һәм сүп-сарҙан тығын барлыҡҡа килгән.Бишбүләк районында ла ошондай уҡ күренеш күҙәтелә. Муниципаль берәмек башлыҡтарныа майҙанды тиҙ арала таҙартыу бурысы ҡуйыллды, сөнки тығын ташҡынға килтереүе ихтимал.

Вертолеттан күҙәтеү ваҡытында һыу баҫыу хәүефе янаған тораҡ пункттар асыҡлана, шартлатыу эштәре талап ителгән урындар билдәләнә. Хөкүмәт етәкселәре фекеренсә, ташҡын ҙур матди юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал. Шуға күрә лә профилактика эштәрен ваҡытында алып барыу мөһим.

Ҡотҡарыусылар авиакүҙәтеүҙе вертолеттарҙа ғына түгел, пилотһыҙ аппараттар менән дә алып бара. Автоматлаштырылған система ярҙамында был юлы Сибай, Баймаҡ зонаһындағы йылға-күлдәрҙең торошо тикшерелде. Быйыл яҙҙың иртә килеүе, көндәрҙең йылытыуы йылға-күлдәрҙең ҡапыл иреүенә килтерҙе. был үҙ сиратында һыу кимәленең тиҙ арала күтәрелеүенә килтереүе ихтимал. Синоптиктарҙың фараздары буйынса, ташҡындың иң көслө мәле апрель уртаһында көтөлә.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ