Бәйгелә мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәрҙәре көс һынашты. Сара Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына 70 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо.
Квиз интеллектуаль команда уйыны, ул тиҙ уйлау, логикаға, зирәклеккә ҡоролған. Һорауҙар Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихына ҡағылды, уны Милли музей хеҙмәткәрҙәре төҙөгән. Бәйгелә төрлө мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре 6 командаға бүленеп, 3 турҙа һынау тотто.
Башҡортостан Милли музейы һайлап алып уйындарын даими үткәрергә ниәтләй, квизда еңеүсе командалар аҙаҡ финал уйында көс һынашасаҡ. Сара хеҙмәткәрҙәрҙе берләштереү, күңел асыу, тарих, мәҙәниәт өлкәһендәге белемде тикшереүгә ҡоролған. Квиз талаптары буйынса һорауға яуапты телефондан ҡарарға ярамай, шунда уҡ мәрәйҙәр юйыла. Проект Башҡортостан башлығы грантына ойошторола.



