Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттар өсөн район хакимиәттәре башлыҡтары, район, ҡала үҙәк дауаханалары баш табиптары менән осрашыу ойошторҙо.
Юғары уҡыу йорто ординаторҙары Ишембай районы хакимиәте башлығы, үҙәк дауаханалары табиптары менән әңгәмәләште. Осрашыуҙа студенттар һәм ординаторҙар райондың тарихы, социаль-иҡтисади үҫеше, муниципаль берәмектәрҙең социаль инфраструктураһы менән танышты. Йәштәргә һаулыҡ һаҡлау системаһы, дауаханаларҙа талап итегән белгестәр тураһында мәғлүмәт бирелде.
Студенттар һәм ординаторҙар дәүләт льготалары, бушлай торлаҡта йәшәү шарттары, дәртләндәреү түләүҙәре, социаль пакет һәм башҡалар менән дә ҡыҙыҡһынды. Студенттар шулай уҡ маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеүҙәр буйынса ординатура үтеү мөмкинлегенә эйә. Осрашыу аҙағында юғары уҡыу йорто уҡыусылары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.



