Был турала Генераль штабтың мобилизация буйынса баш идаралығы етәксеһе Владимир Цимлянский белдерҙе. - Әлегә тиклем хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар, шулай уҡ үҙ теләге менән барыусылар һаны ҡуйылған бурыстарҙы үтәр өсөн етә, - тине ул. Шулай уҡ контр-адмирал контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр һаны артыуы тураһында белдерҙе. Оборона министрлығы ошоно иҫәпкә алып контракт төҙөү урындарын арттырған.







