Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары закон ҡабул итте. Уға ярашлы, 1998 йылдың 14 майына тиклем төҙөлгән йорттағы биләмә дәүләт йәки муниципаль ҡарамаҡта булһа, өй хужаһы ерҙе үҙ милкенә күсертә ала. Бының өсөн түләү алынмай. Закон 2031 йылдың 1 мартына тиклем ғәмәлдә була.







