Стратегик документ Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһының Абхазияға эш сәфәре барышында ҡабул ителде. Меморандум иҡтисади өлкәлә хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота. Яҡтар шулай уҡ ауыл хужалығы, туризм, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытырға ниәтләй. Төп йүнәлештәр хаҡында Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостан делегацияһының Абхазиялағы эш сәфәре Сухум ҡалаһында, Дан мемориалына сәскә һалыуҙан башланды. Монумент 1992-1993 йылдарҙағы һуғышта һәләк булыусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштерә, тап шул хәрби бәрелештәрҙән һуң Абхазия бойондороҡһоҙлоҡ яулай. Ошонда уҡ һуғыш геройҙарына һәйкәл ҡуйылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Абхазия президенты Аслан Бжания батырҙарҙы иҫкә алды. Артабан осрашыу рәсми шарттарҙа дауам итте. Һүҙ ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында.
Башҡортостан менән Абхазияны күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. 1920 йылда Волга буйы төбәктәрендә аслыҡ булғанда абхаздар аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә, ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яралы Башҡортостан яугирҙары Абхазияла, Ҡара диңгеҙ буйында реабилитация үтә, тап шул осорҙа рәхмәт һәм хөрмәт йөҙөнән Өфө урамдарының береһенә абхаз исеме бирелә. Әле Башҡортостан менән Абхазия араһындағы йыллыҡ тауар әйләнеше 15 миллион доллар тирәһе, әммә был күрһәткесте арттырырға мөмкин. Эш сәфәре барышында Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәтен сағылдырған презентация күрһәтелде. Радий Хәбиров белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин да тышҡы бәйләнештәрҙе үҫтереүгә етди иғтибар бирә. 31 мартта Ил башлығы тарафынан Тышҡы сәйәсәт концепцияһы раҫланған. Был документта Абхазия менән хеҙмәттәшлек айырым урын биләй.
Башҡортостан әлеге ваҡытта донъяның йөҙҙән ашыу дәүләте менән хеҙмәттәшлекте үҫтерә. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса тышҡы тауар әйләнеше 10 процентҡа артҡан һәм 5 миллиард доллар тәшкил итә.
Абхазия Кавказ тауҙары итәгендә, Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан республика. Киләсәктә Башҡортостан туристарын ошо төбәк менән таныштырыу мөмкинлектәре ҡарала. Ә Абхазия студенттары беҙҙең юғары уҡыу йорттарында белем алырға мөмкин.
Эш сәфәре сиктәрендә ике яҡ араһында иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса меморандумға ҡул ҡуйылды. Стратегик документ хеҙмәттәшлекте яңы кимәлгә күтәрер тип көтөлә. Башҡортостан менән Абхазия араһында йылдар дауамындағы дуҫлыҡ яңы һулыш ала. Майҙа Республикаға Абхазия бизнес миссияһының сәфәре көтөлә.
Рәмзиә Кәримова




