2 апрелдә Беларусь һәм Рәсәй халыҡтарының берләшеү көнө билдәләнә

1996 йылда ике дәүләт президенттары хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөй. Ошо уңайҙан «Башҡортостан» дәүләт концерт залында тантаналы концерт үтте. Уның сиктәрендә Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы филиалы - Беларусь тарихи-мәҙәни үҙәге экспонаттары күргәҙмәһен ойошторолдо. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика Милли китапхана «Рәсәй һәм Беларусь - уртаҡ тарих, уртаҡ яҙмыш» тип исемләнгән һәм Башҡортостанда йәшәгән белорустар фольклоры, мәҙәниәтенә арналған китаптар күргәҙмәҙен тәҡдим итте.

Башҡортостан менән Беларусь араһында дуҫлыҡ ептәре йылдан йыл нығый. Әле республикала 17,5 мең ашыу беларус йәшәй. Иглин районы Балтика ауылында «Башҡортостан беларустары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы уңышлы эшләй. Район мәҙәниәт бүлеге янында уникаль белорус ижади коллективтары барлыҡҡа килгән, «Сябры» йыр ансамбле менән «Жавороночки» балалар фольклор ансамблдәре тыуған телде, мәҙәниәтте һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Быйыл июндә Рәсәй һәм Беларус төбәктәренең унынсы форумы Өфөлә уҙа.

Форум сиктәрендә халыҡ ҡулланыу тауарҙары, сәнәғәт предприятиелары ҡаҙаныштары күргәҙмәһе әҙерләнә Экспозицияға хатта, Белаздарҙы ла килтерергә ниәтләйбеҙ. Юғары кимәлдәге сара Өфөлә юҡҡа ғына үткәрелмәй. Ул ҙур яуаплылыҡ талап итә, төбәктә беларус халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә күп көс һалына.

Артур Карпович, Беларусь Республикаһының Өфөләге вәкиллеге бүлеге етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ