Күгәрсен районында приют хеҙмәткәрҙәре ауыр хәлдәге инвалидты аяҡҡа баҫтырған

Учреждениеға ханым социаль координаторҙар ярҙамында эләккән. Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостанда социаль участковыйҙар хеҙмәтен булдырыуға бер йыл тула. Улар йортһоҙ йәки тәрбиәгә мохтаж һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе махсус учреждениеларға урынлаштырыу, инвалидлыҡ юллау һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнә.

34 йәшлек Анна пазлдарҙы тырышып йыя. Балалар уйыны ла уның өсөн ҡатмарлы бирелә. Тик бер йыл элек ҡатындың түшәктән дә тора алмағанын иҫәпкә алғанда, был иҫ киткес алға китеш, ти интернат хеҙмәткәрҙәре. Ул саҡта инвалидты һуңғы көндәрен үткәреү өсөн приютҡа алып киләләр. Бөгөн уның тормошо бөтөнләй икенсе йүнәлеш алыуға ханым социаль участковыйҙарға бурыслы.

Башта ул Күмертау дауаханаһына бик ауыр хәлдә килеп эләкте. Ябыҡ, көсһөҙ ине. Яңынан ашарға, һөйләшергә өйрәттек. Уны тәрбиәләгән әсәһе вафат булыуы билдәле булғас, беҙ уға инвалидлыҡ юлларға ярҙам иттек. Социаль участковыйҙар приютҡа урынлаштырырға ярҙам итте.

Анна Мельникова, Күмертау психоневрология интернатының бүлек етәксеһе

Күмертау психоневрология интернаты филиалында инвалидтар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Хеҙмәткәрҙәр мохтаждарға ашарға, йыуынырға, башҡа көнкүреш мәшәҡәттәр буйынса ярҙам итә. Яңғыҙҙар медицина ярҙамынан бигерәк йылы һүҙ һәм мөнәсәбәткә мохтаж.

Социаль участковыйҙар республикала һәр бер инвалидтар һәм ҡарттар өсөн интернаттарға беркетелгән. Улар йортһоҙ, тәрбиәһеҙ ҡалған кешеләрҙе махсус учреждениеларға урынлаштырыу менән шөғөлләнә. Хеҙмәт барлыҡҡа килеү менән, был йүнәлештәге эш яйға һалынған. Әйтәйек, һуңғы йылда 5 меңгә яҡын кешегә социаль хеҙмәткәр беркетелгән, 700-гә яҡыны стационар учреждениеларға урынлаштырылған.

Аралашырға яратҡанға ошо һөнәрҙе һайланым. Миңә кешегә ярҙам итеү оҡшай. Беҙҙең арала яңғыҙ пенсионерҙар, инвалидтар бик күп. Йыш ҡына уларҙан хатта балалары баш тарта. Уларға беҙҙең иғтибар ныҡ кәрәк.

Ирина Челдинова, Күмертау ҡалаһы социаль участковыйы

Оло йөрәклеләр хеҙмәте ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ. Ошо көндәрҙә республикала социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре тураһында видеороликтар конкурсына заявкалар ҡабул ителә. Ижади эштәрҙе экранда күрһәтелгән почта адресы буйынса ебәрергә мөмкин.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ