Рушан Хәсәнов Ҡаҙағстанда үткән һыбай килеш уҡтан атыу буйынса Азия кубогында 5-се урын яуланы

Донъяның 9 иленән 21 спортсы ҡатнашҡан сарала замандашыбыҙ Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. Шул уҡ ваҡытта республика ҡала-райондарында оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола. Бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортонда «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Оҫталыҡ дәресе башҡорт халыҡ тарихына, традицион милли кейемдәренә ҡыҫҡаса байҡау яһауҙан башланды. Уҡтан атыу киң үҫешкән Азия илдәрендә мәҫәлән, спорт ярыштары шуны талап итә. Традицион милли кейем комлпекты юҡ икән, көс һынаша алмайһың. «Мәргән уҡсы» хәрәкәтен ойоштороусы артабан ян менән эш итеү ҡағиҙәләрен аңлатты.

Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар традицион янды тота белеү, кереште тартып уҡты сәпкә тейҙереүҙән бигерәк, кәүҙәнең тотошона ла иғтибар йүнәлтте. Шунһыҙ аяҡ-ҡулдарҙың ҡаймығыуы ла ихтимал.

Традицион уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре тик бөгөнгө көн менән генә сикләнмәйәсәк. Киләһе сара Республика халыҡ ижади үҙәге мәҙәниәт йортонда 5, 12 һәм 19 апрелдә үтә.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ