Башҡортостан эшҡыуарҙары махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гумантар ярҙам алып барҙы

«Хеҙмәт резервтары» хәйриә фонды эшмәкәрлеге сиктәрендә төбәк эшҡыуарҙары һәм халҡы аҡса йыйып, Запорожье өлкәһендәге Башҡортостан яугирҙарына дронға ҡаршы пушкалар, бәйләнеш өсөн ҡулайламалар һәм һалдаттар өсөн туғандарынан шәхси посылкалар тапшырҙы. Кәрәк-яраҡтарҙы ташыу өсөн машинаны ла фонд эшҡыуары бушлай файҙаланыуға биргән. Был ирекмәндәрҙең хәрби бәрелеш биләмәһенә тәүге сәфәре генә түгел.

Махсус хәрби операция биләмәһендә ирекмәндәр һалдаттарҙың көнкүреше, блокпоста ҡуйылған башҡорт тирмәһе менән танышты. Бында һалдаттар йылына, балалар яҙған хаттарҙы уҡый ала. Һуңғыларын улар ҡәҙерләп һаҡлай, саф теләктәр ауыр саҡтарҙа күңелгә рух өҫтәүен билдәләә. Һалдаттар бәйләнеш һәм видеокүҙәтеү ҡоролмаларына ихтыяж барлығын белдерҙе. Уларҙы һатып алыу өсөн хәйриә фонды аҡса йыя.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ