Өфөлә Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты коллегияһы үтте

Осрашыуға йәмәғәт ойошмалары лидерҙары, ирекмәндәр һәм студенттар саҡырылды. Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, республикала иң әүҙем йәштәр йәшәй, федераль проекттар буйынса еңеүҙәр, грант алыу осраҡтары күп.

Былтыр республикала йәштәр хәрәкәтен үҫтереү, мәғариф, мәҙәниәт объекттарын ремонтлау һәм төҙөлөшкә 400 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгәйне. «Йәштәр өсөнөбәк» программаһы сиктәрендә быйыл Өфө, Нефтекама ҡалалары һәм Учалы районында йәштәр ойошмалары реновацияһы көтөлә. Шулай уҡ тиҙҙән төбәк ярҙамында яңыртыласаҡ учреждениелар исемлеге билдәле була.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ