Өйгә тиклем ойошторолған автобустарҙың республикаға ингәс тәүге туҡталышы төбәктең көнбайыш сигендә - Октябрьский ҡалаһында булды. Яҡындары уларҙы баш ҡаланың Совет майҙанында ҡаршы алдылар. Яугирҙарҙың кәйефен һәм отпуск ваҡытына пландары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Төн булыуға ҡарамаҫтан Октябрьский ҡалаһы йоҡламай. Ирекмәндәр, хәрби бәрелештәр ветерандары, ҡала хакимиәте вәкилдәре мобилизация буйынса хәрби бурысын үтәп ялға ҡайтып килеүселәрҙе ҡаршы ала. Ярты йыл алғы һыҙыҡта һәм 30 сәғәттән ашыу тыуған яҡҡа юл. Арығандар, әммә һәр саҡ республика ярҙамын тойған ир-егеттәрҙең кәйефе күтәренке. Октябрьский ярты йыл элек өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби сафҡа баҫҡан ир-егеттәре оҙатҡайны. Әле уларҙы ҡаршы алыу тантанаһын кисерә.
Яҡташтарын ҡаршы алырға республиканың төрлө муниципалитет вәкилдәре лә килгәйне. Баймаҡ районы етәкселеге, мәҫәлән, “Башавтотранс” ойошмаһы менән һөйләшеп автобустар ебәргән. Салонда эт балаһы ла бар. Уны яугирҙАр алғы һыҙыҡтан табып эйәрткән.
Туҡталыш урыны - Өфөнөң Совет майҙаны. Хәрбиҙәрҙе баш ҡала Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән ҡаршылай. Ил намыҫын һәм тыныслыҡты һаҡлаған һалдаттарҙы хөрмәтләү йолаға әйләнгән. Хөкүмәт ағзалары сәләмәләүенән һуң, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хәрбиҙәре һәйкәленә сәскәләр һалынды. Баш ҡалаға улдарын, ирҙәрен, атайҙарын ҡаршыларға республиканың төрлө мөйөштәренән йыйылғандар. Һағынышлы күрешеү, ҡосаҡлашыуҙар, шатлыҡлы күҙ йәштәре...
Яҡындарҙың терәгенән тыш, ир-егеттәр республика ярҙамын тойоуҙарын да белдерҙе. Яугирҙар билдәләүенсә, башҡа төбәк хәрбиҙәренә отпускаға үҙаллы ҡайтырға тура килә - Башҡортостан иһә һалдаттарҙы үҙ транспортында алып сыға. Республиканан даими рәүештә кәрәкле әйберҙәр һәм материалдар тейәлгән гуманитар йөк оҙатыла.
Өфөнөң Совет майҙаны үткән ял көндәрендә бер нисә сәғәт арауыҡ менән ялға ҡатыусыларҙың өс төркөмөн ҡаршы алды. Көтөлмәгән тотҡарлыҡтар менән оҙон юлдан арыған ир-егеттәрҙең арыу-талыуы «Беҙ өйҙә» тигән уйҙан уҡ онотола.
Апрель башы Башҡортостандың күп ғаиләләре өсөн көтөлгән осрашыу ваҡыттарына бай Өйҙәренә таралыр алдынан яугирҙАр бер-береһенә теләктәрен еткерҙе. Теүәл ике аҙнанан һуң хәрбиҙәр ил намыҫын һаҡлау өсөн изге бурысын үтәү өсөн яңынан берләшәсәк.
Әлфинә Килдейәрова






