Бөгөндән Оло Тәләк - Өфө маршрутының ҡәҙимге дүрт пассажир вагоны тағы ла икәүгә арттырылды. Халыҡ һорауы буйынса февралдә «Ҡарлуғас» ҡала яны поезы алты составта хеҙмәтләндерә башлағайны. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Өфөнөң Шаҡша биҫтәһе. Иртәнге сәғәт ете тулыуға Калинин районында йәшәүселәр тимер юл станцияһына кемуҙарҙан ағыла. Кемдер эшкә, икенселәре баҡсаға юл тотҡан. Ҡала халҡы маршрут хаҡынан бигерәк, уның яйлылығын билдәләй. Сөнки Өфөнөң бер осонан үҙәккә тиклем һанаулы ваҡыт эсендә барып етергә мөмкин.
Оло Тәләк - Өфө маршруты миҫалында ғына, пассажирҙар ағымы өҙөлгәне юҡ. Киреһенсә, артыуға табан бара.
Әйткәндәй, бөгөндән Оло Тәләк - Өфө маршрутына ҡараған поезд алты составта ҡуҙғалды. Яңылыҡ быйыл йәй Шаҡша күперендә башланасаҡ күләмле төҙөлөкләндереү эштәренә бәйле индерелгән.
Төҙөкләндереүгә бәйле, транспорт тығындарын булдырмаҫ өсөн махсус ҡабул ителгән. Яңы составтағы маршрут автобус расписаниеһы менән бер ваҡытта ҡуҙғала. Тик тимер юлы транспортында баш ҡала үҙәгенә ярты сәғәттә барып етергә мөмкинлек бирә.
Азат Ғәлиуллин






