«Ағиҙел» клубы Рәсәй чемпионы исемен яуланы!

Башҡортостан ир-егеттәре өсөн быйылғы хоккей миҙгеле бик иртә тамамланһа ла, ә бына гүзәл заттарыбыҙ һынатманы. Яҡташтарыбыҙ финалда Санкт-Петербургтың «Динамо-Нева» командаһын еңеп, Рәсәй кубогын Өфөгә ҡайтарҙы. Хәл иткес уйындың нисек үтеүе һәм чемпиондарҙың тәьҫораттары хаҡында киләһе репортаж.

Елизавета Родованың голы ысын мәғәнәһендә алтынға бәрәбәр. Миҙгелдең иң яҡшы снайперы плей-офф серияһында тынып ҡалды. Әммә ул ҡәҙерле трофейҙы яулау өсөн үҙ көсөн хәл иткес уйынға ҡалдырған.

«Ағиҙел» менән «Динамо-Нева» араһында көсөргәнешле уйындар миҙгел дауамында барҙы. Шуға Рәсәй чемпионы ла финал серияһының һуңғы осрашыуында ғына хәл ителде. Өфөләге «алтын» матчты ҡарарға 3 меңдән ашыу көйәрмән йыйылды. Улар араһында хоккейсыларҙың яҡын туғандары ла күп ине.

«Ағиҙел» клубы бөгөн Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң көслө хоккей командаһы һанала. Кубок һәм алтын миҙалды яҡташтарыбыҙ дүртенсегә яуланы.

Өфө клубының юғары ҡаҙанышын социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та билдәләне. «Матур хоккей өсөн ҡыҙҙарға рәхмәт. Быйылғы миҙгелдең финал матчы сағыу һәм хисле килеп сыҡты. Команданы һәм республика көйәрмәндәрен еңеү менән ҡотлайым», тип яҙған төбәк етәксеһе

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ