Яңы торлаҡҡа улар иҫке йорттарҙан күсереү программаһына ярашлы эйә булды. Фатир алыусыларҙың барыһы ла Беренсе май урамы,116-сы йортта йәшәгән. Хәҙер шул уҡ күршеләр Зәйләлов урамына күсте. Яңы торлаҡтың дөйөм майҙаны 1 мең квадрат метрҙан ашыу. Фатирҙар ин дә йәшәй башла, йәғни бар уңайлыҡтар ҡаралған, ремонт яһалған. Ҡала етәкселеге көтөп алынған квадрат метрҙарҙы теркәү менән дә ярҙам итәсәген белдерҙе.






