Быйыл сәсеү эштәренең дөйөм хаҡы 23 миллиард һум менән баһалана

Сығымдар үткән йыл менән сағыштырғанда, күберәк. Был турала Хөкүмәт Премьер-министрының урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аҙналыҡ оперативкала белдерҙе. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, быйыл аграр секторға ярҙамға 6 миллиард һумға яҡын аҡса бүленә. Шул иҫәптән яртыһы федераль ҡаҙнанан.

Яҙғы баҫыу эштәре быйыл ғәҙәттәгенән иртәрәк башланды. Әле 11 район ужым ашлауға, тағы егерме ике төбәктә орлоҡтарҙы ағыулауға тотонғандар. Әйткәндәй, ужым яҡшы һаҡланған. Сәсеүлектәрҙең 94 проценты ҡышты юғалтыуһыҙ сыҡҡан. Һөҙөмтәлә ярауай культура майҙандарын кәметеүгә өлгәшелгән. Ә бына техник культураларҙы киреһенсә, арттырырға хәл ителгән.

Яҙ киҫкенләшкән тағы бер мәсьәлә-юлдар торошо. Республика менән идара итеү үҙәгенә килгән ялыуҙарҙың күпселеге лә тап юлдарға бәйле.

Быйыл юлдарҙы рәтләү өсөн өҫтәмә дүрт миллиард һум аҡса бүленәсәк. Уларҙың яртыһы халыҡ мөрәжәғәтен иҫәпкә алып тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейеш участкаларҙы тәртипкә килтереүгә тотоноласаҡ.

Ә бына өлкән йәштәгеләрҙең ялын ойоштороуға бүленгән аҡсаларҙың әҙ булыуы билдәләнде. Башҡортостан Белоруссияға турҙар ойоштороуға 30 миллион һум аҡса бүлә. Был сумма сәйәхәткә киткән сығымдарҙы субсидиялауға тотоноласаҡ.

Андрей Назаров юлламаларҙың хаҡлы ялдағылар өсөн ҡиммәт булыуына дәғүә белдерҙе. Социаль туризм өлкән йәштәгеләрҙең буйы етерлек һәм күберәк кеше ял итә алырлыҡ булырға тейеш, тине Хөкүмәт Премьер-министры.

Өҫтәмә финанслау йәлеп итеү өсөн Андрей Назаров федераль аҡсаларҙы тиҙерәк үҙләштереү һәм контракттарҙың үтәлешен йәнләндереү бурысын тәүмаҡсат итеп ҡуйҙы. Ә шулай ҙа кисекмәҫтән хәл ителергә тейеш бурыстар исемлеге башында тирә -йүнде тәртипкә килтереү, өмәләр уҙғарыу тора.

Айнур Кәбиров

Волна
Акции БСТ