Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының хирургия бүлеге яңы наркоз аппараттары менән йыһазландырылған. Заманса медицина ҡоролмалары «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә алынған. Яңы техника ингаляция анестезияһы биреү өсөн ҡулланыла, ә автоматлаштырылған система операция ваҡытын тиҙләтергә булышлыҡ итә. Аппараттың мөмкинлектәре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Заманса наркоз аппараты тулыһынса автоматлаштырылған. Ул анестезияны пациенттың кәүҙә ауырлығына, хәленә ҡарап билдәләй. Ҡоролма ауырыуға көсәнмәй генә һулыш алырға, хәл киҫкенләшкән мәлдә яһалма тын алдырырға булышлыҡ итә. Табиптар әйтеүенсә, операцияның барышы наркоз миҡдары дөрөҫ бирелеүенә лә бәйле. Төп бурыс булып кешенең сәләмәтлегенә зыян килтермәү тора.
Был бүлмәлә көн һайын дүрткә тиклем операция яһала. Ҡатмарлы осраҡтар булғанда берәү. Әммә аҡ халатлылар әйтеүенсә, эш һанда түгел, бында көн һайын кеше ғүмере өсөн көрәш бара. Ә заманса ҡоролмалар операция барышын еңеләйтә. Тимәк, пациенттың аяҡҡа баҫыу осоро ла тиҙләтелә.
Заманса медицина ҡоролмаһын тулыһынса автоматлаштырылған система тип әйтергә мөмкин. Ул пациентҡа ҡасан, нисек, ниндәй күләмдә наркоз бирергә икәнлеген үҙе билдәләй. Был операция барышында, пациенттың хәлен дә еңеләйтә.
Яңы наркоз аппараттары «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә алынған, уларҙың дөйөм суммаһы 8 миллион һумға яҡын. Заманса ҡоролмалар дауахананың хирургия бүлегенә ҡуйылған.
Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы Башҡортостандың иң ҙур медицина учреждениеларының береһе. Бында табиптарға ҡатмарлы операциялар үткәрергә, төрлө ҡала-райондарҙан килгән кешеләрҙе дауаларға тура килә. Ә заманса шарттар эш сифатын, һөҙөмтәһен яҡшыртырға ярҙам итә.
Рәмзиә Кәримова



