Башҡортостандың ҙур йылғаларында һыу ҡайта башлаған

Ағиҙел, Өфө Димдең кимәле бер аҙ түбәнәйеүе тураһында хәбәр ителде. Гидрометеорология үҙәгенән быны апрель  өсөн ғәҙәти булмаған йылы көндәр менән аңлаталар. Ямғыр яумағас, һыу кимәле артабан кәмеүе фаразлана. Бәләкәй йылғаларҙа  ташҡын дауам итә, һыу баҫыу хәүефе һаҡлана. 9 хакимиәт биләмәһендә юлдар, күперҙәр һәм бер гидротехник ҡоролма һыу аҫтында ҡалған. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Кирилл Первов белдереүенсә, кешеләргә һәм уларҙың милкенә хәүеф янамай.

Башҡортостандың ҙур йылғаларында һыу ҡайта башлаған

Быйыл Павловка, Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстарында гидропостар ҡуйылды. Республика халҡы һыу кимәле күтәрелеүен онлайн тәртиптә күҙәтә ала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында “Ташҡын” системаһы урынлаштырылған.

Фото №1 - Башҡортостандың ҙур йылғаларында һыу ҡайта башлаған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ