Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова ошо турала белдерҙе. “Тәртипкә килтереләсәк урынды халыҡ тауыш биреү юлы менән һайлай”, - тине ул.
Һайланған объекттарҙа оҙаҡламай эш башлау ҡарала. Төҙөкләндереләсәк биләмәләрҙең исемлеге менән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында танышырға була.







