Мэрия "Башкиравтодор" менән контракт төҙөнө. Бының өсөн 2 миллиард 200 миллион һум бүленә. Финанс "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы ҡаралған. Шаҡша күперенең оҙонлоғо 440 метр. Ремонт 2025 йылдың февралендә тамамланырға тейеш. Эштәр барышында күперҙең яртыһында хәрәкәт туҡтатыла.




