Баймаҡ районында һыу күтәрелеү сәбәпле, Комсомол һәм Урал ауылдары араһы һыу аҫтында ҡалған

Йырындың оҙонлоғо өс, бейеклеге ике метр. Биләмәлә автомобиль хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләү индерелгән, юл-ремонт эштәре планлаштырылған. Урындағы халыҡты эвакуациялау талап ителмәй. Был турала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.

Әле республиканың туғыҙ муниципалитетында 10 ташҡын осрағы контролгә алынған. Алты юл участкаһынан тыш, өс күпер, бер гидротехник ҡоролма һыу аҫтында ҡалған. Төбәктә йылға-күлдәрҙең кимәле 54 гидропост аша күҙәтелә, шулай уҡ быйыл һыуһаҡлағыстарҙа ла автоматик рәүештә контроль алып барыла.

Республикала ташҡынға бәйле хәл тураһында оператив мәғлүмәт менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ойошторолған махсус брифингта танышырға мөмкин. Йомаға тиклем ул көн һайын иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ