Донбасста эшләп ҡатйҡан табиптар һәм медицина тармағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә аҡ халатлыларға Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Республика медицина хеҙмәткәрҙәре махсус операция барышында яраланған һалдаттарға, зыян күргән урындағы халыҡҡа күп яҡлы ярҙам күрһәтеп кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған. Белгестәр бер нисә ай дауамында хеҙмәт вахтаһын башҡарып йөрәк ҡушыуы буйынса артабан да Донбасс халҡына ярҙам итергә теләген белдерҙе.

Башҡортостан табиптары Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында йәшәүселәргә медицина ярҙам күрһәтеү йүнәлешендә алғы һыҙыҡта тора. Донбассҡа ирекмән булараҡ юлланған белгестәр араһында хирургтар, кардиологтар, педиатрҙар, психологтар һәм башҡалар бар. Улар ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш диспансер тикшереү үткәреп, дауалау саралары билдәләгән.

Республика буйынса тупланған табиптар бригадаһы даими рәүештә Донбасс халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. Былтыр хеҙмәт вахтаһын 10 төркөм үтте. Эш быйыл да дауам итә. Ярҙам күрһәтергә барырға теләүселәр байтаҡ, әммә хәрби операция майҙанында талап ителгән табиптар ғына йүнәлтелә.

Максим Забелин, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ