Рәсәй чемпиондары «Юлдаш» радиоһында ҡунаҡта! Бөгөн «Ағиҙел» клубы вәкилдәре иртәнге тапшырыуға килде. Һорауҙарға ҡапҡа һаҡсыһы Анна Пругова менән массажист Гөлшат Әбделмәнова яуап бирҙе.
Гөлшат Ислам ҡыҙы сығышы менән Ишембай районынан. Бер нисә йыл элек тәжрибәле массаж оҫтаһы «Ағиҙел» клубына эшкә урынлашҡан. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә икенсегә чемпион булып өлгөргән. Ә Анна Пругова эфирҙа бала саҡта волейбол уйнауы, мәктәп хорында йырлауы тураһында һөйләне. Сөнки әсәһе уны музыка мәктәбенә бирергә хыялланған. Әммә ҡыҙ хоккейҙы һайлаған. Бының өсөн уға хатта, Хабаровскиҙағы малайҙар командаһында уйнарға тура килгән. Эфир барышында ҡапҡа һаҡсыһы башҡортса ла бер нисә һүҙ әйтте.






