Осрашыуҙа белгестәр тауыш биреүҙе күҙәтеү һәм тикшереү өсөн ойошторолған штаб эшенә йомғаҡ яһаны. 2016 йылдан алып эшләгән бойондороҡһоҙ штабта юристар, һайлау хоҡуғы эксперттары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һайлауҙарҙы ғәҙел һәм асыҡ үткәреү өсөн күп яҡлы эш алып бара.
Йәмәғәт штабында ҡатнашыусылар һайлау кампанияһының бар этаптарын күҙәтәсәк. Бында тауыш биреү һәм бюллетендәрҙе эшкәртеү, кандидаттарҙы теркәү, агитация кампанияһы, дебаттар үткәреү, граждандарға мәғлүмәт биреү һәм башҡа саралар күҙ уңында тотола.






