9 май алдынан Республика һуғыш ветерандары госпитале акция ойоштора

Йыл һайын төрлө йүнәлештәге белгестәр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәренең өйҙәренә барып медицина тикшереүе үткәрә. Өфөнән 97 йәшлек сал сәсле яугир Родион Лобановҡа күрһәтелгән хәстәрлек тураһында киләһе яҙмала.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Родион Лобанов йортонда дәртле «Катюша» йырын башҡарып, медицина десантын ҡаршылай. Аҡ халатлылар башта сал сәсле яугирҙың хәлен белеште, ҡан баҫымын үлсәне. Артабан күҙҙәрен тикшерҙе. Лилиә Нәбиуллина Родион Григорьевич менән сирек быуаттан ашыу таныш. Ветерандың ул һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә булыуын билдәләй.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан Республика һуғыш ветерандары госпитале табиптары ғәҙәттәгесә өлкән йәштәгеләргә оло хәстәрлек күрһәтә. Мобиль бригадала күҙ табибынан тыш, травмотолог, хирург, уролог һәм гериатр. Комплекслы медицина тикшереүенән һуң ветерандарға стационар дауалауға йүнәлтмә бирелә.

Медицина тикшереүе үткәрелгәндән һуң, табиптар Родион Лобановтың һуғыш йылдары хәтирәләрен тыңланы. Ул 17 йәшендә снайперҙар мәктәбенә ебәрелгән. 1943 йылдың декабрендә Ленинград фронтына эләккән. Ике айҙан һуң Нарва йылғаһы ярында дошманға ҡаршы көсөргәнешле алышта ҡатнаша.

Йылғаны йөҙөп сығып, һөжүм итеү командаһы килде. Таң атып килә ине, дошман беҙҙе күреп ата башланы, беҙ тере сәпкә әйләндек. Көн дауамында һыу эсендә булырға тура килде, ҡыш булғас туңдыҡ. Һал аҫтында дүрт хәрби генә иҫән ҡалдыҡ. Һөҙөмтәлә госпиталдә һул аяҡтағы бармаҡтарға ампутация яһалды. Тыуған яҡҡа икенсе төркөм инвалиды булып ҡайттым.

Родион Лобанов, Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны

Родион Лобанов пенсияға сыҡҡансы БАССР-ҙың махсус элемтә идаралығында эшләгән. Фиҙаҡәр хеҙмәте бик күп наградалар менән баһаланған. Ветеран тормошҡа позитив ҡарашта, 105 йәшкәсә йәшәргә теләй. Оҙон ғүмерлелек серен яҡшы белә - саф һауала күберәк йөрөргә һәм табиптарға даими күренеп торорға кәрәк тип иҫәпләй.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ