«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы ауылдар бөгөн Өфөлә йәмәғәт яҡлауы үтә башланы

Тәүге көндә бәләкәй ауылдар сығыш яһаны. Презентация дүрт көн дауам итә. Конкурстың был этабы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Ауыл менән таныштырыу ғәҙәттәгесә, видеороликтан башлана. Ауыл нисек йәшәй, ниндәй саралар үткән - ҡыҫҡа ғына видеояҙмала күрһәтелә. Конкурста быйыл беренсе тапҡыр Учалы районының Илсеғол ауылы ҡатнаша. Республикала билдәле шәхестәр үҫтергән ауыл 100 йорттан тора, 245 кеше йәшәй. Еңгән хәлдә стеланы яңыртырға, фельдшерлыҡ-акушерлыҡ пункты йыһаздарын яңыртырға иҫәптәре бар.

Бер ҡалаҡ дегет бер мискә балды боҙа. Благовещен районынан ҡатнашыусы ауылда шундай кеше бар. Уның менән эш алып барыламы, нисек итеп хәлде яҡшыртырға мөмкин. Жюри ағзалары һәм залда ултырыусылар сығыш яһаусыларға һорауҙар бирә. Ғафури районы Оло Үтәштә «Атайсал» проекты буйынса парк булдырылған, ауыл Айыҡ тип танылһа, унда балаларға спорт майҙансығы төҙөргә хыялдары бар.

Конкурстың приз фонды 40 миллион һум тәшкил итә. 2019 йылда Радий Хәбиров сараның йомғаҡлау өлөшөн ҡарағандан һуң сумманы 1 миллион ярым һумдан ошо кимәлгә тиклем күтәрҙе. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сараның маҡсаты еңеү, приз алыуҙан бигерәк халыҡты берҙәмләштереү.

Конкурсанттар күргәҙмә лә ойошторҙо. Ҡыйғы ауылы ҡатын-ҡыҙҙары күҙҙ яуын алырлыҡ сигелгән алъяпҡыстар, күлдәктәр һәм башҡа әйберҙәрен тәҡдим итә.

Артабан өс көн дауамында Башҡортостандың урта һәм ҙур ауылдары сығыш яһай. Еңеүселәр 5 майҙа билдәләнә.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ