“Айыҡ ауыл” республика конкурсының йомғаҡлау өлөшө башланды

Ошо көндәрҙә Өфөлә проекттарҙы яҡлау бара. Финалда һәр райондан бер ауыл ҡатнаша. Улар эре, ҙур, уртаса һәм бәләкәй ауылдар тигән номинацияға бүленгән. “Конкурсҡа илдә лә иғтибар арта. Мәскәүҙән фильм төшөрөргә килделәр. Саха-Яҡут республикаһы һәм Свердловск өлкәһенән тәжрибә уртаҡлашырға ниәтләйҙәр”, - ти Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсының йомғаҡлау өлөшө башланды

Илеш районы Теләкәй ауылы ла  конкурста ҡатнаша. Халыҡ мәсет төҙөгән, ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтергән. “Эшһеҙлек мәсьәләһен дә хәл итә алдыҡ”, - ти Иҫәнбай ауылы хакимиәте башлығы Фәғетйән Зарипов.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсының йомғаҡлау өлөшө башланды

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында проекттарҙы яҡлау 7 апрелгә тиклем дауам итә.

Фото №1 - “Айыҡ ауыл” республика конкурсының йомғаҡлау өлөшө башланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ