Башҡортостанда махсус иҡтисади зона биләмәһе ҙурая

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Өфө” индустриаль паркына яңы статус биреү ҡарала. Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы ошоға бәйле заявканы ҡабул иткән. Проект буйынса “Алға” махсус иҡтисади зонаһына “Өфө” индустриаль паркы биләмәһен индерергә тәҡдим ителә. Бындай үҙгәреш Шаҡшала урынлашҡан парк резиденттарына һалым ташламалары һәм башҡа өҫтөнлөктәр бирә. 

Фото №1 - Башҡортостанда махсус иҡтисади зона биләмәһе ҙурая
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ